logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

«Ҡыҙҙары-донъялары биҙәге»

🗞️Матбуғат биттәрендә ауылдаштарыбыҙ.
«Ҡыҙҙары-донъялары биҙәге»
Республиҡала йыл да «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы ойошторола. Башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән ғаиләләрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында ойошторолған бәйгенең төбәк этабында Сибай ҡалаһынан бер нисә ғаилә ҡатнашты.
Шулар араһында Ләйсән һәм Данил Шәриповтарҙың күп балалы ғаиләһе «Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында еңеүсе булып танылды. Тап улар 1 мартта-Башҡорт ғаиләһе көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙасаҡ финалда ҡала намыҫын яҡлаясак.

-Конкурста катнашырға ҡыҙҙарыбыҙ Әминә һәм Дәриә йөрөгән «Алтынай» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре тәҡдим итте. Беҙ баш тартманы, киреһенсә, дәртләнеп, сәмләнеп, конкурс шарттарын үтәргә тотондоҡ, -ти уңған хужабикә Ләйсән Фәнис ҡыҙы.
Шәриповтар 2011 йылда өйләнешә. Сибай институтында психолог һөнәрен үҙләштергән ҡыҙ яҡшы уҡыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге өсөн Талкаҫ күле буйына ял менән бүләкләнә. Данил иһә унда иптәштәре менән һыу инергә бара. Йәштәр шунда таныша һәм бер-береһенә ғашик була.
Иске Сибай егете Данил Йәүҙәт улы ла Сибай институтының технология факультетын тамамлаған. Әлеге вакытта Сибай ҡалаһының икмәк бешереү селтәрендә администратор булып эшләй.
Башта йәштәр Себер тарафтарында йәшәй. Ғаиләләренә йәм өҫтәп Мәликәләре тыуғас, йәштәр Алтын ҡасабаһына ҡайтып төпләнә. Әлеге вакытта өлкән ҡыҙҙары Иҫке Сибай мәктәбендә башланғыс класта уҡый. Шул уҡ ваҡытта музыка мәктәбендә бейеү менән шөғөлләнә. Һеңлеләре 6 йәшлек Әминәне, 3 йәш тулып килгән Дәриәне лә ҡараша. Әсәләре ҡыҙҙарын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыша: аш-һыу әҙерләү серҙәренә төшөндөрә, бәйләргә, тегергә, йырларға, бейергә өйрәтә. Ғаилә башлығы иһә ҡыҙҙарына, ҡатынына яҡшы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн тырыша. Шәжәрә төҙөү менән ныҡлы ҡыҙыҡһына.
Уның тамырҙары Алдар батырға барып тоташһа, Ләйсән Фәнис ҡыҙының вариҫтары -атаҡлы Ғабдулла Сәиди нәселе.
-Иҫке Сибай мәктәбендә психолог булып эшләп, декретҡа сыҡҡан ҡатыным бала бағып өйҙә ултырһа ла, ваҡытының бер минутын да бушка үткәрмәй. Төрлө яҡлап үҫешер өсөн психология буйынса тренингтар үтә, социаль селтәрҙә әүҙем блог алып бара, бейеүгә йөрөй, ҡыҙҙарыбыҙ менән шөғөлләнә, тәмле-татлы итеп милли ризыҡтар бешерә, -ти Данил Йәүҙәт улы, хәләл ефетен маҡтап.
Балаларын халкыбызҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә,
бай йолаларына таянып тәрбиәләгән ғаилә республиҡабыҙ, илебеҙ етәкселегенә рәхмәтле.
Ипотекаға торлак алғанда йәш ғаилә буларак юллаған дәүләт ярҙамын тәүге иғәнә итеп ҡулланалар. Икенсе ҡыҙҙары тыуғас,
әсәлек капиталын алалар. Өсөнсө сабыйҙары иһә ипотекаларының бер өлөшөн яба. Донъялары биҙәге булған ҡыҙҙарын ата-әсәһе наҙға төрөп, яратып, бәпләп кенә үҫтерә.

Гөлдәр Кадаева.