Яүғирҙәр менән осрашыу
#своихнебросаем
✍Бөгөн ауылыбыҙ активы,мәҙәниәт йортонда, тыуған ауылына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яуғир егеттәребеҙ менән аралашыу өсөн йәмле сәй табынында йыйылды.
✍ Осрашыу ваҡытында яугирҙәр хәрби хәрәкәт, еңеүгә табан илткән ауыр юлдар һәм һынауҙар тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште, ҡыҫҡаса ғына махсус хәрби операциялағы көндәлек тормошто бәйән иттеләр.
✍Ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеү барышында хәрбиләргә бер-бер артлы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирелде, ниндәй әйберҙәр кәрәклеге асыҡланды, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, Риф Ҡәйепҡолов менән Урал Нәбиуллин башҡарыуында музыкаль сәләм яңғыраны.
✍ Илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларға имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.🙏