🌿«Яҡшылыҡ эшәү -иң күркәм ғәмәл»
Оло байрам — Ҡорбан ғәйете алдынан «Ағинәйҙәр» берекмәһе ағзалары Иҫке Сибай ауылы «Фәтихә» мәсетен тәртипкә килтерҙе.
Иман йортобоҙ эсе-тышы ялт итте: тәҙрәләр йыуылды, иҙәндәр, саңдар һөртөлдө, фасад ағартылды.
«Ағинәйҙәр» изге теләктәр теләп, доға ҡылдылар — бар донъяға тыныслыҡ, йәштәребеҙгә иман, изгелек юлын һайлауҙарын теләнеләр.
«Зөлхизә айы — ул ябай ай ғына түгел. Ә уның тәүге ун көнө — һәр мосолман үҙ йәнен юғары кимәлгә күтәрә ала торған үҙенсәлекле ваҡыт. Был көндәрҙе үтеп китергә юл ҡуйма. Уларҙы иманды нығытыу, тәүбә итеү һәм изге ғәмәлдәр өсөн файҙалан»- тигән теләктә улар.
Таҙа, нурлы мәсетебеҙ һеҙҙе оло байрамға көтә! Килегеҙ, ауылдаштар! Бергәләп доғалар уҡып, изге ғәмәлдәр ҡылып, байрамды күтәренке күңел менән ҡаршы алайыҡ!