Яҙыусы юбиляр
🌺📚Танылған яҙыусы, педагог, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ким Әхмәтйәнов һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.📚🌺
📚Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова 1948 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Әбйәлил районы Әхмәт ауылында тыуған. Шунда башланғыс, Ташбулатта урта, Ишембай ҡалаһында тәрбиәселәр мәктәбен тамамлағас, 1967 йылда райондың «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозында яңы асылған балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай.
📚Йәш быуынға, кескәйҙәргә бағышланған «Муйынса», «Сәнскеле күлдәк», «Алтын тараҡ», «Ҡурай», «Һандуғас йыры», «Тирмәкәй», «Ҡойон батшалығында» тигән хикәйә, әкиәт, шиғыр тупланмалары донъя күрә. Әҫәрҙәре ихласлығы, балалар психологияһын яҡшы белеүе менән айырылып тора. Һүрәтләнгән персонаждары аша әҙибә уҡыусыларҙа тыуған тәбиғәткә, йәшәгән еребеҙгә мөхәббәт тәрбиәләй, фәһемле әх лаҡ һабаҡтары бирә.
📚”Килендәр» романы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, бар тормош ауырлығын үҙ индәренә йөкмәгән, ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында. Айһылыу Йәғәфәрова оҫта тәржемәсе лә: Александр Пушкин, Агния Барто, Самуил Маршак, Корней Чуковский һәм ьалалар өсөн яҙыусыларҙың әкиәттәрен башҡортсаға тәржемә итә. 📚
Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ була, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, төбәк әҙәби премиялары менән бүләкләнә.