Яҙыусылар менән осрашыу
#встречи_с_писателями#әҙиптәр_менән_осрашыу
28 мартта Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында прозаик, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова,
шағирә, драматург, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина,
шағирә, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева,
сатирик яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаков,
прозаик, тәржемәсе Рәйлә Сабитова,
тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова
менән әҙәби осрашыу үтте.