logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Яуғир менән осрашыу

#Месячникпатриотическоговоспитания
#своихнебросаем
✍Бөгөн тыуған ауылына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир ауылдашыбыҙ менән аралашыу өсөн мәҙәниәт йортонда ауыл хакимиәте башлығы Айнур Мөхтәр улы Сибаев, урта мәктәп директоры Сәлих Мөхитдин улы Рафиҡов, “Сулпылар” балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Зиннур ҡыҙы Тулыбаева,староста Зөһрә Фәтхетдин ҡыҙы Ғайнуллина, табиб амбулаторияһы вәкиле Марсель Мәхмүт улы Батталов,ветерандар Советы, “Шәфәҡ” ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары йәмле сәй табынында йыйылды.

✍Ауылдаштар алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яҡташтарынан хәрби хәрәкәттәр барышы тураһында һорашты, яуҙағы ауырлыҡтар хаҡында белеште һәм һалдаттарҙың көндәлек тормошо менән ҡыҙыҡһынды. “Беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәк?” тигән һорауҙы ла бирмәйенсә булдыра алманы улар.

✍Осрашыу аҙағында яугирға иҫтәлеккә бүләк тапшырылды.

✍Ҡыҫҡа ваҡытлы ял аҙағына ла етеп килә. Егетебеҙ тиҙҙән тағы ла махсус хәрби операция биләмәһенә юл ала. Уға барлыҡ ауыл халҡы исеменән изге юлдар, именлек-һаулыҡ һәм еңеүҙәр менән тиҙерәк тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ.🙏