Яугир менән осрашыу.
Иҫке Сибай ауыл китапханаһында ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан “Босс” позывнойлы һалдат менән осрашыу үтте.
Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ менән күрешеп-осрашыу үҙе бер ҡыуаныслы мәл. Сөнки, ир-егеттәребеҙҙең хәлдәрен белеп күңел тыныслана, шундай ҡаһарман яҡташтарыбыҙ булыуына ғорурлыҡ хисе тыуа.
Иҫке Сибай ауыл халҡы һәм ойошмалары яҡлаусыларыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Беҙ яҡташтарыбыҙға көн һайын күрһәткән батырлыҡтары, сабырлыҡтары һәм сыҙамлыҡтары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм яугирҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ. Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм тыуған яғына ҡарата мөхәббәт — былар барыһы ла ҡыйыу йөрәкле кешеләргә хас сифаттар. Улар беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Беҙҙең маҡсат — яугирҙарыбыҙға ныҡлы терәк һәм ышаныслы ярҙамсы булыу.
#Год_поддержки_участниковСВО_и_их_семей
#МХО_ҡатнашыусыларға_һәм_уларҙың_ғаиләләренә_ярҙам_итеү_йылы
