Юбиляр тураһында һүҙ
#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
#ССМБ
📌📚Рәхмәтуллин Мәхмүт Зөбәйер улы (15.01.1934-15.02.2011)
1934 йылдың 15 ғинуарында Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуған.
📌Хеҙмәт юлын шофер булып 1954 йылда “Куйбышев”исемендәге колхозда башлай, 1957 йылда эшен “Сибай” совхозында дауам итә. 1954 йылда Йылайыр районы Юлдыбай СПТУ- һын тамамлай.
📌Фиҙәкәр хеҙмәте өсөн III-сө дәрәжә “Хеҙмәт даны” ордены, “Сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
📌Башҡорт АССР-ның – 513-сө Сибай милли-территориаль һайлау округынан СССР-ҙың халыҡ депутаты. СССР- ҙың Юғары Советының 12 созыв депутаты, КПСС ағзаһы.
📌1974-1990 йылдарҙа Баймаҡ районының «Сибай» совхозында халыҡ контроле комитеты рәйесе булып, 1995-1998 йылдарҙа ,хаҡлы ялға сыҡҡансы Сибай ҡалаһында Ағиҙел, Урал- һыу объекттарын мониторинглау учереждениеһында эшләй.