logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Новости

Июнь айына һынамыштар.

☀️Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла. ☀️Ҡарлуғас йәй башлай, һандуғастан йәй тамамлана. ☀️Июнь айында сәскәләр сәскә ата, һандуғастар йырлай, июнь айында күңелле, ә ризыҡ аҙ. ☀️Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ. ☀️Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорттары күпләп йыйылһа, иртәгәһенә ...
3 июня 2026 161

1 июня- Международный День Защиты Детей!

🌺Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө мәҙәниәт йорто янында балалар өсөн  байрам сараһы үтте. Йыр- моң, бейеү менән үрелеп барған сарала кескәй тамашасылар алдында аниматорҙар сығыш яһаны, төрлө уйындар һәм оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Уйындарҙа ҡатнашыусы балалар приздар алып ҡыуанды, тәмлекәстәр ...
1 июня 2026 169

«Китап байрамы» Баймаҡ үҙәк китапханаһында.

📚Бөгөн Башҡортостандың бөтә төбәктәрендә лә асылған «Китап байрамы» Баймаҡ үҙәк китапханаһында ла бара. Был күркәм саралар китап яратҡандар, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусылар бергә йыйылып, рухи байлыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашты, яңы баҫмалар менән таныша һәм күңелдәренә илһам ала. Бөгөнгө сарала Иҫке ...
29 мая 2026 234

Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау.

Көмөш тауыш тынмай, Йөрәктәрҙә сыңлай, Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау. Яҡты юлдар теләп, Матурлыҡҡа өндәп, Һаубуллаша көмөш ҡыңғырау. Бөгөн Иҫке Сибай ауылы дөйөм белем биреү мәктәбендә «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһы уҙҙы. Сығарылыш класс уҡыусылары үҙҙәренә белем һәм тәрбиә биргән класс етәкселәренә, ...
27 мая 2026 217

🌿«Шишмә таҙа булһа — йөрәк таҙа, ер күркәм булһа — ил күркәм».

🌿«Ағинәйҙәр» йәнә изге эш башҡарҙы. «Шәфәҡ»ағинәйҙәр ойошмаһы йәмғиәте ағзалары тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш күрһәтеп, даими рәүештә яҡындағы шишмәләрҙе тәртипкә килтерә. Был юлы улар «Ҡаракүбәҡ» шишмәһен йәмләндереп, тирә-яғын таҙартып,шишмәгәйән өрҙө. Шишмә — таҙа һыу сығанағы ғына ...
26 мая 2026 151

Букварь —это, книга меняющая жизнь.

📚Букварь — это не просто учебник. Это книга, которая меняет жизнь. 📚22 мая в нашей Старо Сибайской сельской общеобразовательной школе весело отметили замечательный Праздник Букваря! 📚Этот день был наполнен радостью и улыбками. 1Б класс с руководителем Рустановой Г.Т тщательно подготовились к ...
25 мая 2026 154

🌿«Яҡшылыҡ эшәү -иң күркәм ғәмәл»

Оло байрам — Ҡорбан ғәйете алдынан «Ағинәйҙәр» берекмәһе ағзалары Иҫке Сибай ауылы «Фәтихә» мәсетен тәртипкә килтерҙе. Иман йортобоҙ эсе-тышы ялт итте: тәҙрәләр йыуылды, иҙәндәр, саңдар һөртөлдө, фасад ағартылды. «Ағинәйҙәр» изге теләктәр теләп, доға ҡылдылар — бар донъяға тыныслыҡ, йәштәребеҙгә ...
20 мая 2026 212

🌿Балалар тураһында мәҡәлдәр.

2026 йыл Башҡортостанда «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» 🌿Бала бар ерҙә батша юҡ. 🌿Бала – ата-инәгә алтын бағана. 🌿Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер. 🌿Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән. 🌿Бала ҡарыныңда саҡта – эсеңә ауыр, өйҙә саҡта – башыңа ауыр, ситкә китһә – ...
19 мая 2026 177

Михаил Булгаков: гений, опередивший время

Сегодня 15 мая 1891 году родился Михаил Афанасьевич Булгаков. Михаил Афанасьевич Булгаков — одна из самых ярких и загадочных фигур русской литературы XX века. Его творчество сочетает в себе сатиру, философию, мистику и глубокий психологизм. Булгаков не боялся говорить о сложных и запретных темах, ...
15 мая 2026 187

Кеше китә ерҙән.

Кеше китә ерҙән. Үҙе менән Алып китә хыял донъяһын. Әйтелмәгән һүҙҙәр, үкенестәр, Ташып торған хистәр даръяһын. Тик тереләр бик тиҙ онота алмаҫ Бергә үткән ғүмер йылдарын. Кемдер иҫләр моңһоу йылмайыуын, Йә һағыныр берәү йырҙарын. Дуҫтарында ҡалыр хәтирәләр, Һөйгәнендә – йөрәк яраһы. Ул киткәс тә, ...
14 мая 2026 180